Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

“Наркотик улыбыҙҙы ғына түгел, ә бар ғаиләбеҙҙе ҡәбергә һалды...”

3 апреля 2018
22
0

Һаумы, ҡәҙерле дуҫым!

Йөрәк яраларын ҡағыҙға һалып буламы икән? Хәҙерге ваҡытта миңә бик ауыр, тормош туҡтап ҡалғандай булды. Беләһеңме, яңыраҡ ҡына Руслан менән икәүләшеп йылы яҡтарға ҡоштарҙы оҙата һәм ҡаршы ала торғайныҡ. Уны тәүге тапҡыр күргән әхирәтем: “Ул шундай матур! Һин ниндәй бәхетле!”-тип һоҡланғайны. Ә бит уға тиклем егеттәргә ”матур” тигән һүҙҙе ҡулланып булмай тигән ҡарашта ине.

Эйе, Руслан минең бала саҡ хыялым булды. Уның күҙҙәренә ҡарау өсөн генә мин әллә нисәмә саҡрымды йәйәүләп үтергә әҙер була торғайным. Бөгөн тағы мәктәптә минең өсөн тамуҡҡа әйләнгән күренеште төш итеп күрҙем. Имеш, Руслан икенсе ҡыҙ менән минең яратҡан көйөмә өйөрөлә. Эйе, ул ҡыҙ шул тиклем һылыу. Уларҙың бәхетенә ситтән көнләшеп, бәхет теләй торғайным. Тик Руслан ниңәлер бер дискотеканан һуң мине оҙатырға китте. Шул көндән һуң беҙ уның менән башҡа бер ҡасан да айырылышманыҡ. Һуҡыр мөхәббәтем Русландың бар булмышын күрергә ҡамасаулаған ғына икән.

Бер көн әсәһе бысраҡ подъезда аяғыма йығылды. “Мөхәббәт—ҡөҙрәтле көс. Ул һине ярата бит, ярата. Ҡотҡар Русланымды! Мин берҙән-бер улымды юғалтҡым килмәй!”-тип иланы ул.

Тик шул мәлдә генә мин ни өсөн Русландың ҡарашы йыш ҡына буш булыуын йәки унда йөрәк өҙгөс һыҙланыу ятҡанын аңланым. Һөйөклөмдө наркотиктар минән айырырға, тартып алырға теләй! Эх, әгәр ҙә ул, наркотиктар ҡулланыу урынына, миңә тиклем дуҫлашҡан һылыуҡайға ҡайтһа, мин ниндәй бәхетле булыр инем. Ә ул саҡта юғалып ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәйҙер аҡ порошок, шприцҡа тултырылған шыйыҡса һөйгәнемде минән айыра алыуына ышанманым. Әҙәм балаһы көслө ихтыярлы, бар тәбиғәтте үҙенә буйһондора алған бит. Ә ниндәйҙер бер минутлыҡ ләззәткә алданып, тормошоңдо мәңгелеккә юйырға яраймы ни?

Тиҙҙән Русландың наркоман икәнлеген күп кешеләр белде. Минең атайым-әсәйем уның менән дуҫлашыуҙы ҡәтғи тыйҙы. Мин уларға үпкәләмәйем, хатта аңлайым да. Руслан мине лә ошо упҡынға һөйрәр, тип ҡурҡҡандарҙыр. Шулай ҙа Русланды ауыр минуттарында ҡалдырманым. Һәр сәғәтем көрәш менән үтте. Бер көн мин һөйгәнемде наркотиктарҙан тартып алам, икенсе көн шприцҡа тултырылған шыйыҡса, Русланды алйотландырып, минән шарҡылдап көлә...

“Мин һине, ата-әсәйемде, өләсәйемде бик яратам. Һеҙҙең өсөн наркотиктарҙан баш тартасаҡмын. Сөнки ғазапланыуығыҙҙы күреүе миңә бик ауыр...”-тигәйне Руслан. Беҙ уның бик оҙаҡ һөйләшә, киләсәккә маҡсаттар ҡуя инек. Шул саҡта ул нисек наркотиктар ауына эләккәнен һөйләгәйне.

Уның янына элек бергә уҡыған синыфташы килә. Һин барыһын да күҙ алдына килтерә алһын һәм һабаҡ алһын өсөн был һөйләшеүҙе тулыһынса яҙам.

-Руслан, әйҙә минең менән “тәмләп” ҡарайһыңмы?      

-Юҡ, кәрәкмәй.

-Әйҙә, беләһеңме, ниндәй ҡыҙыҡ “глюктар” күрергә була!

-Кәрәкмәй, тинем бит.

-Ярай, бер мәртәбәнән нимә булыр тиһең? Оҡшамаһа, ташларһың.

-Бер мәртәбә лә кәрәкмәй.

-Ә кем “был донъяла барыһын да үтергә кәрәк, үкенескә ҡалмаһын” ти торғайны?

-Ә мин наркотиктарҙы күҙ уңында тотмағайным...

-Ярай, ғәфү ит, мин “барыһын да” тигәс, ысынлап та барыһын икән, тип аңлағайным.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Руслан икеләнә башлай. Унан наркотикты беренсе тапҡыр тәмләп ҡарай. Башҡа бер ҡасан да наркотиктарға әйләнеп тә ҡарамаясаҡмын, тип уйлай ул. Тик кисергән рәхәтлекте тағы бер мәртәбә генә татырға теләй. Унан инде һуң була...

Беләһеңме, уның әсәһен дә, мине лә нимә аптырата? Нисек беҙ Русландың наркоманға әүерелеүен шунда уҡ һиҙмәнек икән?

Уның наркотикһыҙ нисек ыҙалыуын күреп, ошо ағыуҙы уйлап сығарған, һатҡан кешеләргә ләғнәт уҡыным. Уларҙың да балалары, яҡындары, туғандары бар бит. Наркоман булып китеүҙәре лә ихтимал. Эйе, мине ата-әсәйем кешегә яуызлыҡ теләргә ярамай, тип өйрәтте. Әммә кеше үлтереүселәр, яҙмыштарҙы селпәрәмә килтереүселәр яза алырға тейеш бит.

Ул көндө мин ниңәлер иртә менән Русланға йүгерҙем. Һуң ине шул. Наркотиктың дозаһын артыҡ ҡулланып, был донъя менән мәңгелеккә хушлашҡан һөйгәнемде моргҡа оҙатҡандар. Русландың атаһы өҫтәл артында араҡыны шешәнән үк эсә, әсәһе илай, өләсәһе түшәктә ята. Уның насар күргән күҙҙәре ошонан һуң тамам һуҡырайҙы.

Нисек былай килеп сыҡты һуң? Ниңә беҙ уны ҡотҡарып ҡала алманыҡ? Урамда, өйҙә тик ошо һорау ғына борсой хәҙер мине. Руслан үлгәс тә тормош дауам итеүенә, ҡояш ҡалҡыуына-байыуына, сәскәләр үҫеүенә ғәжәпләнәм. Ямғыр яуа, елдәр иҫә, сабыйҙар донъяға килә... Эйе, тормош дауам итә. Мин дә йәшәргә тейешмен.

Русландың зыяратында йыш булам. Сәскәләр ултырттым. Ата-әсәйем минең ҡайғымды аңланы, йыуатырға тырышты. Әсәйем бер көн минең бергә зыяратҡа барҙы. Шунан ул 19 йәшендә һәләк булған егеттең ҡәберлеген күрһәтте. “Беләһеңме,-тине ул,-ҡасандыр мин ошо малайҙың атаһына кейәүгә сығырға йыйынып, туй көнөн билдәләгәйнек. Ләкин ул ҡапыл юҡ булды. Ул саҡта оялғанымды! Хатта йәшәгем дә килмәй ине. Тиҙҙән икенсе ҡаланан бер ҡыҙҙы алып ҡайтып өйләнде. Шул саҡта мин уны ҡарғағайным. “Балаларыңдан күр” тип әйткән һүҙҙәремде әле лә ғәфү итә алмайым. Улы ныҡ ыҙалатты уларҙы, унан наркотиктарҙан үлде. Шуға күрә Русландың наркоман икәнлеген белгәс, ҡарғышымдың үҙемә әйләнеп ҡайтҡанын аңланым. Һиңә һиҙҙермәһәм дә, уның наркотиктарҙы ташларҙай көс табыуын көн-төн теләнем. Юҡ, ундай мөғжизә булманы. Һинең аҡыллы булыуыңа ҡыуанам. Һинең бит Руслан менән йәшеренеп осрашҡаныңды белдем. Шул саҡта уның ыңғайына наркоманға әүерелмәүеңә һоҡланам. Ул ағыу бик ҡурҡыныс. Кешеләр уның ауына эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала...”

Әсәйемдең һүҙҙәре миңә аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итте. Уның менән шулай асыҡтан-асыҡ һөйләшкәнем юҡ ине әле. Зыяратта йәш кенә егеттәрҙең фотоһүрәтенә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом. Уларҙың барыһы ла тиерлек наркотиктарҙың дозаһын артыҡ ҡулланып үлгән йә “ломка”ға түҙә алмай үҙ-үҙенә ҡул һалған икән. Тетрәндергес бит! Зыяраттың эргәһенән генә юл үтә. Унан еңел машиналарҙа  йәштәр тәбиғәт ҡосағына елә. Ә был егеттәр мәңгелеккә ҡара ер аҫтына хөкөм ителгән.

Русландың мәрхүм булыуына бер йыл булған көндө  зыяратҡа 14 йәшлек ҡустымды ла алып барҙым. Унда, ҡәберлек эргәһендә, Русландың атаһы илай-илай шешәнән араҡы һемерә ине. Улының үлеменән һуң ул иң еңел юлды—эскелекте һайланы. Әсәһе, ҡәбер ташын ҡосаҡлап, һыны ҡатҡан, өләсәһен айыра алмай. Ул беҙгә боролоп ҡарағас, йөҙөнөң ҡартайыуына, сәстәренең тиҙ арала ағарыуына ғәжәпләндем. “Күрәһеңме, наркотиктар Русланды ғына түгел, ә бар ғаиләбеҙҙе үлтерҙе, юҡҡа сығарҙы”,-тине ул үҙәк өҙгөс тауыш менән.

Ҡустым тораташтай ҡатып ҡалды. Ул әлегә тиклем үҙ ғаиләһендә түгел, ә кеше ҡайғыһын да бер ҡасан да күргәне юҡ ине. Үҙен өлкән итеп күрһәтергә тырышып, беҙҙән йәшенеп тәмәке быҫҡытып, һыра эсеп йөрөгән туғаным кесерәйеп ҡалды. Ҡайтҡанда ла ул оҙаҡ өндәшмәй барҙы. Унан: “Апай, мин һеҙҙе бер ҡасан да ундай ҡайғыға һалмаясаҡмын!”-тип ант биргән кеүек әйтеп ҡуйҙы.

Ә мин ҡасандыр Русландың да шулай һүҙ биреүен иҫемә төшөрөп, һиҫкәнеп киттем. Һөйөклө туғанымды, яҡындарымды, дуҫтарымды, тыуасаҡ балаларымды наркотик ҡоллоғонан нисек алып ҡалырға? Белмәйем... Русланды юҡһыныу тойғолары ошондай уйҙар менән бутала. Йәшәргә көстө ҡайҙан алырға? Бар донъяға: “Ни эшләйһегеҙ, һеҙ, егеттәр, ҡыҙҙар?! Ниңә үҙегеҙ менән бергә тереләй ҡәбергә күмгән кешеләрҙе уйламайһығыҙ?!”-тип һөрән һалғым килә.

Шулай, дуҫым, 18 йәшем тулмаҫ борон яртылаш ҡартайҙым, тип әйтә алам. Минең һиңә бер үтенесем бар: яҡындарыңа, синыфташтарыңа тарат хатымды. Дискотекала, подъезда, мәктәп бәҙрәфендә, поезда, урамда наркотик тәҡдим иткән кешеләргә ҡаршы торорға көс бирһен. Беҙ тик айныҡ аҡылыбыҙ менән наркотиктарҙы еңә аласаҡбыҙ. Уның өсөн һәр балаға ваҡытынан алда өлкәнәйергә, үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк буласаҡ, әлбиттә. Ләкин беҙҙең наркотиктарҙы еңеүебеҙ киләсәктең бала сағын оҙайтасаҡ. Шуға күрә уңыштар һиңә!

P.S. Яңыраҡ эргәмә берәү килеп, “еңел” наркотик тәҡдим итте. “Наркоманға әйләнмәйәсәкһең, ә кисергән кайф!”-тине ул. Тиҙерәк һатыу, ҡорбандары күбәйһен өсөн кәсепселәр был ағыуҙы шулай “еңел”гә, “зарарһыҙ”ға бүлеп йөрөтөүе билдәле. Хатта “еңел” наркотикты беренсе тапҡыр ҡулланғандан һуң уның ҡолона әүерелгән, хатта үлгән кешеләр ҙә бар. Мин бының тураһында беләм, ә һин?..