Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Баймаҡ “Бәндәбикә” автоуҙыш ҡатнашыусыларын ҡабул итте

17 мая 2018
37
0

16 май Баймаҡ районы Бәндәбикә хөрмәтенә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ойошторған республика автоуҙыш ҡатнашыусыларын ҡабул итте. Танылған бейеүсе Рәшиҙә Туйсина, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, журналист Гөлнур Ҡыуатова, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге ветераны Ләлә Биишева, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Ветерандар Советы рәйесе Азия Кусимова, Башҡортостан Республикаһының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина – бөтәһе егерме республикабыҙҙың әүҙем шәхесе автоуҙыш сиктәрендә башта республикабыҙҙың беренсе баш ҡалаһы – Темәс ауылында туҡталды. Бында ауыл халҡы менән осрашыу, ауылдың тарихи урындары менән танышыу, милли кейем тегеү һәм аш-һыу әҙерләү серҙәре буйынса мастер-класс уҙғарылды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары Темәс мәктәбенә китаптар, янғындан зыян күргән ғаиләргә әйберҙәр тапшырҙы.

Баймаҡ ҡалаһында автоуҙышсылар “Миләш” балалар баҡсаһында, “Ирәндек” тарихи-археологик ландшафт музейында булдылар. Артабан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы Баймаҡ районы муниципаль район Хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Сирғәлина Гөлшат Камил ҡыҙы сәләмләне һәм районда ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү, ғаилә институтын нығытыу маҡсатында алып барылған эштәр һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе "Халыҡ контроле" федераль партия проектының Башҡортостан Республикаһы буйынса координаторы, филология фәндәре кандидаты Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы автоуҙыштың ағзалары менән таныштырҙы, сараның төп маҡсаттарын билдәләне – ул шәфҡәтлелек, халыҡҡа медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеү. Түңәрәк өҫтәлдә Баймаҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Байдәүләтова Гөлшат Рим ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ниғмәтуллина Лиза Урал ҡыҙы, Ҡолсора ауыл Советының “Ағинәйҙәр” клубы ағзаһы Диярова Рәйсә Ғәли ҡыҙы сығыш яһанылар. Сәсәниә Розалия Солтангәрәева халҡыбыҙҙың онотолоп барған йолаларын һөйләп, уларҙың халыҡ киләсәге өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡобайыр башҡарҙы. Райондың 21 әүҙем ҡатын-ҡыҙҙына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды, ике куп балалы можтаж ғаиләгә ярҙам күрһәтелде.

Саралар программаһына ярашлы Мөжәүир хәҙрәт йорт-музейына экскурсиянан һуң “Берҙәм Рәсәй” фирҡәте кандидаттарына алдан тауыш биреү дебаттарында ҡатнашыу ҡаралған ине. Иртәгеһенә автоуҙыш колоннаһы Хәйбулла районына юл тотто.