Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Әбделкәрим ауылында Ғаилә йылын асыуға арналған бай йөкмәткеле концерт үтте

21 февраля 2018
67
0

Әбделкәрим ауылы клубында Ғаилә йылын асыуға арналған бай йөкмәткеле концерт булды. Сәхнәлә Урмановтар, Әхмәтовтар ғаиләләре, “Түңгәүер” фольклор ансамбле, балалар баҡсаһы, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары һәм һәүәҫкәр әртистәр сығыш яһаны. Номерҙар ғаилә тураһында шиғырҙар, йырҙар, фәһемле инсценировкалар менән үрелеп барҙы. Мәҫәлән, өләсәйҙәр ейәндәргә төрлө һамаҡлауҙар әйтһә, балалар баҡсаһы балалары ла үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Былтырғы Экология йылындағы “Таҙа Һаҡмар” акцияһын быйыл да дауам итергә өндәп “Һаҡмарым” йыры менән Биктимеровтар ғаиләһе сәхнәгә сыҡты. Урмановтар һәм Әхмәтовтар ғаиләһе менән таныштырғандан һуң, уларҙың моңло йырҙарын тыңланыҡ. Мәктәп уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының бейеүҙәре концертҡа йәм өҫтәне. Шулай уҡ Нургизә Алсынова башҡарыуында “Әсәйҙәр бит - донъя тотҡаһы” шиғыры һәр кемде тулҡынланғандыр... Иштуған Сәйетҡоловтың “Рәхмәтлемен” һәм Айгөл Йәмәлетдинованың “Никах көнө” йырҙары ла тамашасылар күңеленә хуш килде. Күптән инде онотолоп барған гармун моңдарын Илдар Биктимеров яңыртып ебәрҙе. Концерт һуңында дәртле йыры менән Нәзилә Солтанғолова сығыш яһаны. Концерт һә тигәнсе үтеп тә китте...йыйылған халыҡтың таралышҡыһы ла килмәй ине. Концертты ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға, шулай уҡ әртистәрҙе дәртләндереп ҡарап ултырыусы тамашасыларға ла ҙур рәхмәт.