Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Ауылды кооператив ҡотҡарасаҡ

20 февраля 2018
15
0

Билдәле булыуынса, совет осоронда коллективлаштырыу системаһы уңышлы эшләп килде. Колхоз-совхоздар халыҡты эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеп кенә ҡалманы, ә  ауылдарҙы берләштереүсе, уларҙың социаль инфраструктураһын тәьмин итеүсе төп көс булды. Күмәк хужалыҡтарҙың тарҡалыуы ауылдарҙың да тарҡалыуына килтерҙе.

Ауылдарҙың бөлгөнлөккә төшөүе, халҡының күпләп  ситкә, ҡалаларға күсеүе илдең киләсәгенә лә ҙур хәүеф менән янай. Ошоно күҙ уңында тотоп, Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре  төбәктәрҙе үҫтереү, халыҡты эш менән тәьмин итеү, кешеләрҙе ергә еректереү маҡсатында яңы проекттар һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу, бының өсөн дәүләт ярҙамы бүлеү өҫтөндә ҙур эш алып бара. “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау”, йәғни кооперативтар булдырыу программаһы бының асыҡ миҫалы булып тора.

Был үҙенсәлекле проект былтыр йыл аҙағында иғлан ителеп, быйыл унда ҡатнашыуға халыҡты йәлеп итеү буйынса эш быйыл йыл башында киң йәйелдерелде. Район хакимиәте етәкселеге бөгөн был юҫыҡта әүҙем эш алып бара. Район Советы секретары Хөснитдин Әминев, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәков, БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү буйынса менеджеры Әлфирә Мәжитова  ошо көндәрҙә район ауылдарында булып, халыҡ менән осрашты, программаның үҙенсәлеге менән таныштырҙы.

Әлфирә Рәйес ҡыҙы билдәләүенсә, был уникаль проект иң беренсе сиратта ауылдағы халыҡты эш менән тәьмин итеүгә, уларға етештергән продукцияһын яҡшы хаҡҡа һатыуға, ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ул “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына оҡшаш, проектты тормошҡа ашырыуҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы мотлаҡ. Тик яңы проектта шуныһы үҙенсәлекле, дәүләт ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өсөн  ҡоролманы бушлай бирә, һуңынан ул кооператив милке булып китә. Тик үҙеңдең проектыңды яҡлау өсөн инициатив төркөм төҙөргә, анкета тултырырға, 1 апрелгә ҡәҙәр унда ҡатнашыу өсөн заявка бирергә генә кәрәк. Грант алғандағы кеүек бизнес проекты төҙөү ҙә талап ителмәй. Апрель-май айҙарында конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттарҙы махсус комиссия ҡараясаҡ һәм үҙ баһаһын сығарасаҡ. Иң күп балл йыйған проекттар еңеп сыға.

Яңы программа ун йүнәлеш буйынса ауыл хужалығын үҫтереү һәм уға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Аграр район булараҡ, беҙгә ит, һөт етештереү, уны эшкәртеү, йәшелсә-емеш үҫтереү менән шөғөлләнеү айырыуса отошло. Район ауылдары халҡы ла йыйылыштарҙа тап ошо йүнәлештәрҙе күтәреп сыҡты ла инде. Мерәҫтәр дарыу үләндәре йыйыу һәм уларҙы төрөү буйынса производство асыу тәҡдимен индерһә, Юлыҡ, Сәйғәфәр, Ҡуянтау, Икенсе Этҡол, Әхмәр ауылдары халҡы иһә малсылыҡ, һөт эшкәртеү менән шөғөлләнеүҙе һайланы.

Руслан Ваха улы үҙенең сығышында баймаҡтарҙың төрлө дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашыуы һәм еңеп сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фермерҙарҙың һаны, уларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы буйынса Баймаҡ районы республикала беренсе урында тора. Был проектта ла беҙҙекеләр һынатмаҫ һәм унда еңеп сығыр, тигән ышаныс белдерҙе ул. Хөснитдин Хөснулла улы иһә, кооперативтарҙы бина, электр уты, газ менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләрҙә һәм башҡаларын тормошҡа ашырыуҙа район хакимиәте һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне.

Атап үтелгән ауылдар халҡы 20 кешенән инициатив төркөм төҙөнө һәм үҙҙәренең рәйесен һайланы. Шулай итеп, ауылдар халҡы йәнә бер проектта ҡатнашыу өсөн тәүге аҙымдарҙы яһаны. Улар программала еңеп сығыр һәм ауылдарыбыҙҙа өр-яңы етештереү һәм эшкәртеү производстволары барлыҡҡа килер, тип ышанайыҡ. Башҡалар ҙа улар өлгөһөнә эйәрһен, ауылдарына ҡот ҡайтарһын ине. Шулай булһын да!

Азамат Мөхәмәтшин.