Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Таулыҡай ауылында "Ғаилә тотҡаһы ҡатын ҡыҙ" исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелде

12 февраля 2018
23
0

9 февраль көнө Таулыҡай ауылы мәҙәниәт йортонда "Ғаилә тотҡаһы ҡатын ҡыҙ" исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте. Сарала 60 йыл бергә ғүмер иткән Фәхретдинов Әхмәҙи һәм Хәлидә инәйҙәрҙең ғаиләләре, ҡоролтай рәйесе Йәүҙәт Шәһит улы, "Хазина" фольклор ансамбле, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәктәп коллективы, ФАП хеҙмәткәрҙәре, "Колибри"" теген цехы администраторы Гөлнур Моратша ҡыҙы, ауыл хакимиәте биләмәһе коллективы, почта хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡатын -ҡыҙҙар ғаилә тотҡаһы ғына түгел, ә ауылдың йәмғиәт тормошонда ла актив ҡатнаша. Һөйләшеүҙә ғаиләлә ҡатын -ҡыҙҙың роле, тәрбиә мәсьәләләре , ауыл һәм мәктәп тормошоноң көнүҙәк проблемалары күтәрелде. Был сарала ла быйылғы урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһына таянып мәктәп тәҙрәләрен яңыртыу мәсьәләһе хупланды. Кисәлә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советының әүҙем ағзаһы Азаматова Әнүзә Таһир ҡыҙының ППМИ -ға арнап яҙған матур таҡмаҡмағы, "Хазина" ансамбленең йырҙары, тыңлаусылар күңеленә хуш килде.