Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Ишбирҙе ауылында Ғаилә йылын асыуға арналған ретро йыр фестивале үтте

8 февраля 2018
36
0

Ишбирҙе ауыл хакимиәтендә Ғаилә йылын асыуға һәм ППМИ-2018 ҙе яҡлауға арналған РЕТРО ЙЫР фестивале гөрләп үтеп тә китте ! Клубта алма төшөү түгел-хатта сейә лә төшөр урын юҡ ине!!!! Шулай булмай ней, Ишбирҙе ауылынан ғына ҡатнашыусылар- 46!!!, Йомаш -10!!!, Бөрйән-Йылға -9!!!, Йылым -6!!! Сәйғәфәр -1!!! Бөтәһе фестивалдә 72 кеше ҡатнашты!!!!АФАРИН!!! 
Ретро йыҙарҙың күбеһе ошо арала юбилейҙарын билдәләүсе оло шәхестәребеҙ- Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжми-(100 йыл!),Әнғәм Атнабаев-(90 йыл) тарҙың мәңгелек мөхәббәткә, тыуған яҡҡа арналған шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар ине!!!! 
Ансаблдәр араһынан ЙОМАШ ауылының "Серҙәштәр" ансамбеле 1 урын, Ишбирҙе ауылының "Хәтирә !" һәм "Фәтиха" ансаблдәре 2 урын, Бөрйәндәрҙең "Серҙәш" һәм "Аҡсәскә" балалар баҡсаһы коллективы 3 урын яуланы!!! Дуэт номинацияһында Наилә һәм Сәлим Иҫәндәүләтовтар ,Йомаш ауылынан Зөлфиә һәм Дияр Барлыбаевтар еңеү яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Йылым ауылынан Миңһылыу Кейекбирҙинаның моңло тауышы барыһын да әсир итте. Шулай уҡ Фәнил Хәсәнов, Йәмил Хәсәнов, Зөфәр Вәлишин, Ғәли Фәхретдинов,Нажиә Ишдәүләтова,Лена Алсынбаева, Илгизә Ямалетдинова,Фирҙәүес Иҫәндәүләтова,Сания Иҙелбаева,Миңһылыу Юнысова,Кинйәбай Юнысбаевтарҙың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде!!! 
Өс сәғәттән ашыу барған йәнле тамаша ҡарап ултырыусыларға ла, ҡатнашыусыларға ла бик оҡшаны. ППМИ-2018-ҙең тәүге копилкаһына билеттан-3600, буфеттан-1110 һум аҡса төштө!!! АФАРИН АУЫЛДАШТАР!!!

Лейсан Давлетбаева-Давлеткильдина