Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

ИҢ ШӘП ДҮРТ ҒАИЛӘГӘ - 25-шәр мең һум!!!

16 января 2018
27
0

"АТАЙСАЛ" гәзите, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, "РемСтройЦентр" йәмғиәте менән берлектә Ғаилә йылына арнап үҙенсәлекле проект тәҡдим итә!!! Ул "Урал аръяғының 100 ғаиләһе" тип аталасаҡ.

Айыҡ тормош алып барған, күп бала тәрбиәләгән, һәр яҡлап өлгө булған һәм мотлаҡ рәүештә "Атайсал" гәзитенә йыллыҡ яҙылған (кем өлгөрмәгән бөгөндән яҙылырға мөмкин) 100 ғаилә исемлеген билдәләйәсәкбеҙ. Әйткәндәй, үҙенән тыш тағы дуҫтарына, күршеләренә, яҡындарына "Атайсал" гәзитенә яҙылыуҙы ойоштороусылар айырым иғтибарға алынасаҡ. Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһала.

Иң-иң 4 ғаиләгә (Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан 1-шәр ғаилә) 25-шәр мең һум аҡса биреләсәк. Ә башҡа шәп ғаиләләр махсус сығарыласаҡ китапҡа индереләсәк. Бағыусыбыҙ - "РемСтройЦентр" йәмғиәте (директоры Исмәғилев Р.И.).

Ғаиләләр тураһында һүрәтләмәләр, мәҡәләләр һәм СИФАТЛЫ фотолар көтәбеҙ!!!

 

Әлеге көндә конкурстың эмблемаһы эшләнә, положениеһы ҡарала. Гәзитебеҙҙе һәм "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙө күҙәтеп барығыҙ!

  • ИҢ ШӘП ДҮРТ ҒАИЛӘГӘ - 25-шәр мең һум!!!