Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа

30 Ноября 2017
32
0

Баймаҡ үҙәк китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙарға арналған “Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа” исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Сараға ғаиләне һәм балаларҙы социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ҡаланың “Күбәләк” һәм” Йондоҙло “балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, китапханасылар, райондың бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы белгестәре Лена Йосопова, Зилә Ҡарасурина, мәғариф ветерандары Көнһылыу Әхмәтова, Римма Игибаева ҡатнашты. 
Һөйләшеүебеҙ тәрән йөкмәткеле, һөҙөмтәле булһын тип әҙәбиәтебеҙ өлгөләренә мөрәжәғәт иттек. Бөгөнгө көн әҙәбиәтендә ҡатын-ҡыҙ тормошо төрлө юҫыҡтан, киң сағылдырыла. Киң популярлыҡ яулаған, танылған яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның, Зөлфирә Ҡазаҡбаеваның, Рәлис Ураҙғоловтың ғибрәтле яҙмышлы героинялары беҙҙең арала ла йәшәйҙәр. Катын-ҡыҙ өсөн әсә булыу иң ҙур бәхет. Тас атаһы булып йылмайып ятҡан, ҡайһы яғы менәндер һиңә лә тартҡан баланды ҡулыңа алыу, тупылдатып һөйөп, яратыуҙан да ләззәтлерәк ҡыуаныс юҡтыр донъяла. Был тойғо барлыҡ матди байлыҡтарҙан да, дан-шөһрәттән дә өҫтөнөрәк, ғәзизерәк. Әсәһенең муйынын ҡосаҡлаған бала ҡулдарын иң матур биҙәүес менән бушҡа ғына сағыштырмайҙар. Ошондай матур биҙәүес таҡҡан әсәләребеҙ түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнаштылар. Үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр, килеп тыуған проблемаларҙан ҡотолоу юлдарын барланылар. Лена Ринат ҡыҙы Йосопова районда ауыр ғаиләләр һаны һәм уларҙың йәшәү рәүеше хаҡында тетрәнеп һөйләне. Ҡыҙғанысҡа күрә, бындай ғаиләләр ҙә беҙҙең арала етерлек-тип өҫтәне райондың баланы һәм ғаиләне яҡлау бүлеге хеҙмәткәре Ләйсән Ишназарова. Ир менән ҡатын, ҡәйнә- ҡайны менән килен, әсә һәм бала мөнәсәбәттәре тураһындағы әҙәби әҫәр геройҙары йәшәйеше хаҡындағы һөйләшеү ҙә йәнле барҙы. Сарала ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар үҙ йәшәү тәжрибәһенән миҫалдар килтерҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әйтергә кәрәк тормош кире күренештәрҙән генә тормай, үҙ-ара матур татыу йәшәүсе ғаиләләр быға асыҡ миҫал-тиелде сарала.
Ҡаланың балалар ижады үҙәге педагоы , һәүәҫкәр композитор Илнур Сирбаев етәкләгән “Хазина” егеттәр ансамбле ( Баязитов Илназ, Кашкаров Айнур, Сәйфетдинов Нур) башҡарыуында әсәйҙәргә, баласаҡҡа арналған йырҙары күңелгә хуш килде. 
Шулай уҡ балалар ижады үҙәге педагогы Фәрзәнә Ямантаева етәкселегендәге “Аманат” бейеү студияһы солисы Елизавета Пак башҡарыуындағы “Ләүсәтин” бейеүе әсәйҙәрҙе һоҡландырҙы. 
Күреүегеҙсә, әҙәбиәттә ҡатын-ҡыҙ тормошо киң урын биләй. Тимәк, күп һорауҙарға яуаптарҙы ла беҙ китап аша таба алабыҙ.
Түңәрәк өҫтәлде алып барҙы китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Сәрүәр Иҙелбаева.

  • Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа
  • Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа
  • Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа
  • Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа
  • Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа
  • Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы –әсә булыуҙа