Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Ҡоролтай тауышы. Ҡарарҙар уңышлы тормошҡа ашырыла

27 сентября 2017
99
0

Бынан теүәл бер йыл элек Баймаҡта район башҡорттары ҡоролтайы үҙенең ҙур йыйынын ойоштороп, тормошҡа ашыраһы мәсьәләләрҙе билдәләне һәм ҡарар ҡабул иткәйне. Ошо ваҡыт эсендә билдәләнгән уй-ниәттәр нисек бойомға ашырылған, милли проблемаларҙы хәл итеү йүнәлешендә ниндәй эштәр башҡарылған? Ниндәйҙәре өҫтөндә эшләйһе бар? Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары үткән йылға йомғаҡ яһау һәм ҡарарҙың үтәлешен тикшереү өсөн ошо көндәрҙә үҙенең киңәйтелгән ултырышына йыйылды. Уның эшендә район ауылдарындағы ҡоролтай рәйестәре лә ҡатнашты. Ҡорҙо район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р.В. Ишембәтов алып барҙы.

Әйтергә кәрәк, Ришат Вәкил улы етәкләгән Ҡоролтай хәрәкәте ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ эштәрҙе бойомға ашырыуға өлгәште. Былтыр район башҡорттарының ҙур йыйынында ҡабул ителгән мәсьәләләрҙең күбеһе хәл ителгән, ҡайһылары йыл аҙағына ҡәҙәр тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡарма комитет алып барған эштәрҙе райондың “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” гәзиттәре һәм республиканың матбуғат баҫмалары даими яҡтыртып барҙы.

Шуныһы һөйөнөслө, Ҡоролтай хәрәкәте ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу торошон өйрәнеү, ошо юҫыҡта халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу, мәктәп етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, һәр ауыл биләмәһендә Ҡоролтайҙың беренсел ойошмаларын асыу, Баймаҡта Алдар батыр Иҫәнгилдинға һәйкәл ҡуйҙырыу, Көньяҡ микрорайонда балалар баҡсаһы менән берлектә мәктәп төҙөтөү, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы менән Баймаҡ районы араһында дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ күпере булдырыу кеүек бихисап мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа хәл иткес роль уйнаны. Әлбиттә, район хакимиәте ҡоролтайсыларға бөтөн яҡлап ҙур ярҙам күрһәтте һәм күрһәтә.   Тап етәкселектең хәстәрлеге менән “Сәләмәт ауыл-2017”, “100 йыллыҡҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе” исемле конкурстар иғлан ителде.

Киңәйтелгән ултырышта былтыр Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән ҡарарҙың үтәлеше тикшерелде, көн тәртибенә ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү кимәле, “Сәләмәт ауыл”, “100 йыллыҡҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе” конкурстарының барышы, башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға яҙылыу торошо сығарылды.

Ришат Вәкил улы билдәләүенсә, Ҡоролтай халҡыбыҙҙы үҙенә туплаған һәм уның мәнфәғәтендә ал-ял белмәй эшләгән абруйлы ойошма булырға бурыслы. Урындарҙағы ҡоролтайҙар ҙа ҙур көскә әйләнергә тейеш. Әле Аҡморон, Ярат, Беренсе Этҡол, Кусей, Мерәҫ, Әбделкәрим ауылдарындағы ойошмалар бик әүҙем эшләй, башҡалар уларҙан үрнәк алһын ине.

“Сәләмәт ауыл” конкурсы тәүҙә бик һүлпән барһа, һуңғы осорҙа был тәңгәлдә эш йәнләнде, унда ҡатнашырға 14 ауыл биләмәһе теләк белдерҙе. Әммә Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы иғлан ителгән “100 шәхес” конкурсына баймаҡтар битарафлыҡ күрһәтә – материалдар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. 1 декабргә тиклем һәр ауыл биләмәһенән кәмендә 2-3-әр шәхес тураһында төплө мәғлүмәт Ҡоролтайға тапшырылырға тейеш.

Ҡала һәм район мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу торошо менән Ҡоролтайҙың башҡарма комитет ағзаһы, райондың мәғариф бүлеге начальнигы И.Ә. Зәйнуллин төплө мәғлүмәт менән сығыш яһаны. “Туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһе беҙҙә генә түгел, ә башҡа милли республикаларҙа ла бик актуаль, - тип билдәләне ул, - Башҡортостан кимәлендә сағыштырып ҡараһаҡ, Баймаҡта хәл бер ҙә насар түгел. Әммә кәрәкле дәреслектәр етешмәүе, ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең туған телен өйрәнәһе урынға “минең ҡытай телен уҡығым килә” тип белдереүе борсоуға һала. Дөйөм алғанда, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә, туған тел булараҡ уҡытыуҙа проблемалар юҡ”.

Илдус Әдиф улы әйтеүенсә, 2018-2019 йылдарҙа Баймаҡтың Көньяҡ микрорайонында 120 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һәм 240 урынлыҡ мәктәп төҙөү күҙ уңында тотола.

Башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға яҙылыу, милли гәзит-журналдарҙы һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары А.С. Мөхәмәтшин күтәреп сыҡты. Ысынлап та, был башҡорт йәмғиәте өсөн бөгөн бик актуаль тема һәм милли баҫмаларыбыҙҙы һаҡлау ҡалыуға һәр башҡорт үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Ошо хаҡта Таулыҡай ауыл биәләмәһенең ҡоролтай рәйесе Й.Ш. Мөхәмәтйәров бына нимә тине: “Ысынлап та, халыҡ ваҡытлы матбуғатҡа бик хөрт яҙыла.Шуның өсөн был эште урындарҙа әүҙемләштерергә кәрәк. Һәр уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләүселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – барыһы ла “Һаҡмар”ға, башҡа башҡорт баҫмаһына яҙылһын, башҡаларҙы ла өгөтләһен. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, ошо изге эште атҡарып сығайыҡ, милли гәзит-журналдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ. Иртәгә һуң булыуы ихтимал!” Ә бына мәғариф ветераны В.Ғ. Ямантаева шулай тип белдерҙе: “Элек подписка мәлендә һәр кешегә аныҡ план бирелде, хәҙер ул нәмә юҡ. Һәр кем 6-7 баҫмаға яҙылыр ине. Хәҙер беҙҙең халыҡта “милли рух” тигән ҡиммәтле төшөнсә бөтөп бара – матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүен шуның менән аңлатып булалыр, минеңсә. Был, әлбиттә, бик хәүефле хәл”.

Аҡморон ауыл биләмәһенең ҡоролтай рәйесе Р.С. Йәнбирҙин ҡала һәм ауылдарҙағы вывеска-табличкаларҙың башҡортса дөрөҫ яҙылмауын билдәләп, был тәңгәлдә тәртип урынлаштырырға саҡырҙы. Бикеш ауыл биләмәһенән Р.Исҡужин иһә автосервис, техник хеҙмәтләндереү станцияһы кеүек объекттарҙа тейешле тәртип булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

Ғөмүмән, Ҡоролтайҙың 1 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе маҡтауға лайыҡ һәм уның башҡарма комитеты ағзалары, урындарҙағы ойошмалары эште ошо юҫыҡта артабан дауам итергә бурыслы. Ә район башҡорттарының ҙур йыйыны йыл аҙағында үтәсәк. Бөгөн шул ҡорға әҙерлек эштәре бара.

 

А.Салауатов.     

  • Ҡоролтай тауышы. Ҡарарҙар уңышлы тормошҡа ашырыла
  • Ҡоролтай тауышы. Ҡарарҙар уңышлы тормошҡа ашырыла
  • Ҡоролтай тауышы. Ҡарарҙар уңышлы тормошҡа ашырыла