Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Акция “Сылтыр шишмә” ("Журчащий родник").

9 июля 2021
13
0

“Сылтыр шишмә” акцияһы иғлан ителә.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “Атайсал” проекты һәм “Сәләмәт ауыл” район конкурсы сиктәрендә “Сылтыр шишмә” акцияһы иғлан итә.

Билдәле булыуынса, район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Сәләмәт ауыл” проектында тыуған төйәкте төҙөкләндереү, уның тәбиғәтен һаҡлауға айырым иғтибар бүленә. Һәм “Сылтыр шишмә” акцияһы ошо проектҡа яңы һулыш бирер, шишмә-инештәрҙе һаҡлауға үҙенең тос өлөшөн индерер ине. Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, яҡташыбыҙ Әхиәт Ғәйетбаев яңыраҡ Буранбай ауылында Һыулүҙәк шишмәһенең башын таҙалап һәм кәртәләп алып был йәһәттән башҡаларға яҡшы өлгө кәрһәтте.

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, ауылдар халҡы, бигерәк тә ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ, яңы акцияға дәррәү ҡушылайыҡ һәм унда әүҙем ҡатнашайыҡ! “Сылтыр шишмә” проектын һәр төбәктә күтәреп алайыҡ! Ошо йүнәлештә эшләнгән эштәрҙе “Атайсал” проектының сайтына (http://ataisal.ru) теркәргә кәрәк.

Эштәргә йомғаҡ яһау һәм алдынғыларҙы билдәләү 1 октәбргә тиклем үтәсәк.

Р.Ишембәтов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.

 

Объявляется акция “Сылтыр шишмә” ("Журчащий родник").

Исполком курултая башкир Баймакского района в рамках проекта Главы Республики Башкортостан Радия Хабирова "Атайсал" и районного конкурса “Сәләмәт ауыл” ("Здоровое село") объявляет акцию "Сылтыр шишмә".

Как известно, в проекте районного курултая башкир "Здоровое село", особое внимание уделяется благоустройству родного края, сохранению ее природы. И акция "Сылтыр шишмә" даст второе дыхание этому проекту, внесет весомый вклад в сохранение родников и источников. В этом плане показателен пример председателя Курултая башкир Ленинского района Уфы, нашего земляка Ахията Гаитбаева, который недавно почистил и огородил родник Һыулүҙәк в деревне Буранбаево.

Призываю, уважаемых глав сельских поселений, руководителей общественных организаций, учреждений образования, культуры, жителей сел, особенно земляков-выходцев района, активно участвовать в новой акции. Поддержим проект "Сылтыр шишмә"! Проделанные работы необходимо зарегистрировать на сайте проекта "Атайсал"(http://ataisal.ru).

Итоги работ будут проведены до 1 октября.

Р.Ишембетов, председатель исполкома районного курултая башкир.

  • Акция “Сылтыр шишмә” (