Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән конкурстарҙың һөҙөмтәләре

9 апреля 2020
8
0

Илдә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле, район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән конкурстарҙың һөҙөмтәләре

“Сәләмәт ауыл-2019” район конкурсы йомғаҡтары

Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Сәләмәт ауыл-2019” район конкурсына йомғаҡ яһаны.

Бөтә 5 номинация буйынса ла иң күп балл йыйып, Ниғәмәт ауыл биләмәһенең Ниғәмәт ауылы (башлығы Тайбугин Булат Фәрит улы, ҡоролтай рәйесе Кәримов Юлай Хәмзә улы) конкурстың төп еңеүсеһе тип билдәләнде. Еңеүсегә Гран-при, күсмә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыла.

1-се урын – Ишбирҙе ауыл биләмәһенең Ишбирҙе ауылына (башлығы Иҫәндәүләтова Гөлшат Рәмзин ҡыҙы, ҡоролтай рәйесе Иҫәндәүләтов Сәлим Мөхтәр улы). Ауылға 1-се дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия бирелә.

2-се урында – Таулыҡай ауыл биләмәһенең Үрге Таулыҡай ауылы (башлығы Сәйетов Фуат Әхмәт улы, ҡоролтай рәйесе Мөхәмәтйәров Йәүҙәт Шәһит улы). Ауыл 2-се дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә;

2-се урында – Билал ауыл биләмәһенең Өмөтбай ауылы (башлығы Саптаров Илдар Шәһәрғәзе улы, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Әминева Илдүсә Азат ҡыҙы). Ауылға 2-се дәрәжә Диплом, аҡсалата премия тапшырыла.

3-сө урын – Сибай ауыл биләмәһенең Иҫке Сибай ауылына (башлығы Утарбаев Сибай Сәмиғулла улы, ҡоролтай рәйесе Утарбаев Сабит Сәмиғулла улы). Ауылға 3-сө дәрәжә диплом һәм аҡсалата премия бирелә;

3-сө урын – Йылайыр ауыл биләмәһенең Сосновка ауылына (башлығы Рәхмәтуллин Фәйзи Салауат улы, ҡоролтай рәйесе Моратов Харис Хадис ул). Ауыл 3-сө дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә;

3-сө урын – Семеновск ауыл биләмәһенең Семеновск ауылына (башлығы Сәлимов Рәсүл Фәрит улы, ҡоролтай рәйесе Ҡашҡаров Рәфҡәт Зөлҡәрнәй улы). Ауылға 3-сө дәрәжә диплом һәм аҡсалата премия тапшырыла.

“Сәләмәт ауыл-2019” конкурсында еңеүгә ынтылыш һәм ҙур әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Ишмырҙа ауыл биләмәһенең Ишмырҙа, Ниғәмәт ауыл биләмәһенең Үрге Яйыҡбай, Мерәҫ ауыл биләмәһенең Мерәҫ, Ҡолсора ауыл биләмәһенең Түбәнге Иҙрис, Моҡас ауыл биләмәһенең Әхмәр, Түбә ауыл биләмәһенең Түбә, Татлыбай ауыл биләмәһенең Татлыбай, Әбделкәрим ауыл биләмәһенең Әбделкәрим, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенең Ғәҙелбай, Ярат ауыл биләмәһенең Йәрмөхәмәт ауылдары Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

“Мул һыулы Һаҡмар”ҙа кем еңде?

Баймаҡ районы хакимиәте ҡарары менән “Мул һыулы Һаҡмар” конкурсында түбәндәге ауыл биләмәләре еңеүсе булып танылды:

1-се урында – Темәс ауыл биләмәһе (башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы) . Еңеүсегә район хакимиәтенең 1-се дәрәжә Дипломы һәм аҡсалата премия тапшырыла.

2-се урында – Мерәҫ ауыл биләмәһе (башлығы Хафизова Таңсулпан Миңнеәхмәт ҡыҙы). Ауылға 2-се дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия бирелә.

3-сө урында – Ишмырҙа ауыл биләмәһе (башлығы Ҡашҡаров Заһит Мәүлетдин улы). Ауыл 3-сө дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә.

“Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!”

Былтыр Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы “Һаҡмар”ҙы - һәр йортҡа !” конкурсы иғлан иткәйне. Был бәйге ауыл биләмәләре араһында ойошторолдо һәм “Һаҡмар” гәзитен халыҡ араһында киң пропагандалауҙы, уның тиражын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Конкурста Ярат ауыл биләмәһе (башлығы Йәнбирҙин Илгиз Ғәлимнур улы) 1-се урынды яуланы. Бында йәшәүсе халыҡтың 54 проценты “Һаҡмар”ға яҙыла. Ауыл биләмәһе Ҡоролтайҙың 1-се дәрәжә Дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә.

2-се урында – Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе (башлығы Раев Юлдаш Юламан улы). Халыҡтың 50 проценты район баҫмаһын алдыра. Ауыл биләмәһенә 2-се дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия тапшырыла.

3-сө урында – Таулыҡай ауыл биләмәһе (башлығы Сәйетов Фуат Әхмәт улы). 44 процент гәзиткә яҙыла. Ауыл биләмәһенә 3-сө дәрәжә Диплом һәм аҡсалата премия бирелә.

  • Район башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән конкурстарҙың һөҙөмтәләре