Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Будущее языка — в наших руках!

29 января 2020
28
0

На прошлой неделе в Баймаке с учителями башкирского языка, библиотекарями, членами совета женщин, председателями курултаев и советов мужчин встретились Депутат ГосДумы РФ Зариф Байгускаров и Председатель Президиума Всемирного курултая башкир Эльвира Аиткулова. В мероприятии также приняли участие Глава Администрации Баймакского района Фанис Аминев и председатель Исполкома курултая башкир Баймакского района Ришат Ишембетов.

Ришат Вакилевич рассказал о 5 успешных проектах организации: "Здоровое село", "Полноводная Сакмара", "К столетию — 100 личностей", "Развитие и сохранение родного языка", "Самый начитанный ребенок". Зариф Закирович в своём выступлении упомянул про проект "Деревенский учитель".
В конце мероприятия Эльвира Ринатовна вручила благодарственные письма общественным деятелям, которые ведут активную работу в районе.

----

Үткән аҙнала Баймаҡта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡала һәм райондың башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы, урындарҙағы ҡоролтай, ир-егеттәр ҡоро рәйестәре менән осрашты. Һөйләшеүҙә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов та ҡатнашты. 

Эльвира Айытҡолова Ришат Ишембәтов етәкләгән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирҙе, башҡа төбәктәргә үрнәк итеп ҡуйҙы. 

Үҙенең сығышында Ришат Вәкил улы Ҡоролтай алып барған эштәргә ҡыҫҡаса туҡталып, ойошманың 5 проектты уңышлы тормошҡа ашырыуын, был тәңгәлдә район хакимиәтенең, йәмәғәт ойошмаларының ҙур ярҙамын тойоп эшләүен билдәләне. Шулар араһында бына өсөнсө йыл инде тормошҡа ашырылған “Сәләмәт ауыл” проекты, шулай уҡ “Мул һыулы Һаҡмар”, “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес”, “Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү”, “Иң күп китап уҡыусы бала” конкурстары айырым урынды биләп тора, улар йылдан-йыл киңерәк абруй яулай бара. Р.Ишембәтов һәр ауылда ла “Ҡоролтай” аллеялары, һәр мәктәптә ҡоролтайҙар булдырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, был юҫыҡта эш маҡсатлы алып барыла, тине. 

Район мәғариф бүлегенең башҡорт теле методисы Нәфисә Мәмбәтова үҙенең телмәрен “Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулдарҙа” тип атаған һәм ул берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн 63 мәктәптә белем алыусы 8293 уҡыусының 87 проценттан ашыуы – башҡорт милләтенән. Башҡорт балаларының 62 проценты ауыл мәктәптәрендә уҡый. 4345 уҡыусы башҡорт телендә белем ала, был – 52,4 процент. 2868 бала башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә – 34,6 процент. 1080 уҡыусы иһә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә – 13 процент. 

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙенең сығышында бөгөнгө йәмғиәттә уҡытыусының, ата-әсәнең роле, туған телебеҙҙе яҡлау һәм үҫтереү, милли матбуғатты һаҡлау кеүек иң актуаль проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Зариф Закир улы билдәләүенсә, Дәүләт Думаһы тарафынан “Ауыл уҡытыусыһы” проектын тормошҡа ашырыу, уҡытыусыларҙы артыҡ отчеттарҙан азат итеү, класс етәкселәренә түләүҙе арттырыу, әсбаптар менән тәьмин итеүҙе яйға һалыу буйынса маҡсатлы эш дауам итә. Депутат эскелеккә ҡаршы көрәш, ғаиләләрҙә балалар һанын арттырыу проблемаларына ла туҡталды. Уның әйтеүенсә, бөгөн медайнытҡыстарҙы ҡабаттан тергеҙеү, эскелек менән мауыҡҡандарҙы мәжбүри дауалау күҙ уңында тотола. 
З.Байғусҡаров милли матбуғатты ла онотманы. Ул милли баҫмаларҙың бөгөнгө ауыр хәленә туҡталып, уларҙы һаҡларға саҡырҙы, һәр башҡорт әсә телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылырға бурыслы, тип белдерҙе. 

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев билдәләүенсә, төбәктә “Ауыл табибы”, “Ауыл уҡытыусыһы” дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуға, милли, мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Фәнис Ғәбдрәшит улы район Ҡоролтайының эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирҙе. 

Һуңынан Эльвира Айытҡолова хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған милләттәштәребеҙгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бындай юғары баһаға Һаҡмар ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илфат Сәфәрғәлин, Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева һәм Ҡаратал мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Күсәрбаева лайыҡ булды. 

Был осрашыу хаҡында беҙгә "Һаҡмар" район гәзите журналисы Азамат Мөхәмәтшин бәйән итте.

  • Будущее языка — в наших руках!
  • Будущее языка — в наших руках!
  • Будущее языка — в наших руках!