Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан

Яңы препарат яңы мөмкинлектәр аса

1 Ноября 2019
12
0

Ошо аҙнала Күлтабан мегафермаһында Рәсәй кимәлендәге билдәле ғалимдар Сергей Ерин менән Вәкил Ширеев ғилми тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Улар һөт етештереү комплексы шарттарында түлһеҙ һыйырҙарҙы, уларҙың репродуктив системаһын яңы препараттар менән дауалау алымдарын ғәмәлгә индерҙе. Бының өсөн сирле һыйырҙарҙан бер төркөм айырып алынды һәм бөгөн уларҙы әлегәсә билдәле булмаған препараттар менән дауалау процедураһы ойошторолдо.
Сергей Ерин - биология фәндәре кандидаты, билдәле ғалим, ул сит илдәрҙә белемен камиллаштырған. Вәкил Шириев иһә үҙебеҙҙең республиканан, ул оҙаҡ йылдар Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты директоры булып эшләне, биология фәндәре докторы, профессор. Улар бөгөн Мәскәүҙең "АГ АСПЕКТ" фәнни фирмаһында эшләй. 
Ике ғалим һыйырҙарҙың түлһеҙлеген һәм репродуктив системаһын дауалау өсөн яңы препараттар сығарыу өҫтөндә уңышлы эшләй һәм яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Улар уйлап тапҡан "БИСАП" һәм "ЗДОРОВАЯ КОРОВА" препараттары әле теркәлеү үтә, тиҙҙән уға патент алынасаҡ. Шуныһы үҙенсәлекле, яңы дарыуҙар башҡаларға ҡарағанда күпкә арзан, әммә һөҙөмтәле булыуы менән айырыла. Тәжрибәләр шуны күрһәтте: был препараттар менән дауалаған малдарҙың 70 процентын сирҙәрҙән һауыҡтырыуға өлгәшелгән. Белгестәр билдәләүенсә, был бик юғары һөҙөмтә. 
Тимәк, тиҙҙән малдарҙы дауалауҙа яңы аҙымдар яһаласаҡ, тигән ышаныс бар.
Бер үк ваҡытта билдәле ғалимдар райондың техник-осеменаторҙары, ветеринария белгестәре өсөн уҡыуҙар үткәрҙе, үҙҙәренең бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Вәкил Мирғәле улы ошондай ғилми тикшереүҙәр үткәреүгә ярҙам иткәндәре өсөн район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәриповҡа, Күлтабан мегафермаһы етәкселегенә һәм белгестәренә, райондың ветеринария хеҙмәтенә рәхмәт белдерҙе. Комплекста производствоның яҡшы ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

  • Яңы препарат яңы мөмкинлектәр аса
  • Яңы препарат яңы мөмкинлектәр аса
  • Яңы препарат яңы мөмкинлектәр аса